Метод. разработка и презентация Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы

Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенең

Мәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе



"Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр" темаһына дәрес планы

(3 класс)







Төҙөнө: башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Садыҡова Рәилә Наил ҡыҙы



Туймазы 2015

Маҡсат: уҡыусыларҙы сифаттар, уларҙың телмәрҙәге роле менән таныштырыу; һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйырға өйрәтеү; классификациялау, абстракт фекерләү һәләттәрен үҫтереү; Һүҙлек запасын байытыу; туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

  1. Ойоштороу мәле. (1 слайд)

Иртә менән торам да

Йыуынам һәм кейенәм.

Аҙаҡ мәктәпкә барып

Алып ҡайтам «5»леләр.

Дежур уҡыусының һөйләүе.

Һауа торошо тураһында әңгәмә.

  1. Дәрескә маҡсат ҡуйыу. Матур яҙыу минуты

  • Бөгөн беҙ тағы ла Һүҙ иленә сәйәхәткә сығабыҙ. Унда кемдәр йәшәй? (Һүҙ төркөмдәре.)

  • Беренсе өйҙөң хужаһы кем? (Исем)

  • Уның ниндәй һорауҙары бар? (Кем? Нимә?)

  • Ошо ике һорауҙы матур яҙыу минутында бер юл яҙығыҙ.

  • Бөгөн тағы ла бер өйҙөң хужаһы менән танышасаҡбыҙ. Был йорттоң хужаһының исемен кроссворд сисеп белерһегеҙ.

  1. Иң ҡәҙерле кеше. (Әсәй.)

  2. Ҡыҙыл ҡыҙым ер эсендә,

Йәшел сәсе ер өҫтөндә. (Кишер.)

  1. Кескәй генәкүҙҙәре,

Мороно оҙон бигерәк.

Уны атап әйтеү өсөн

Өс кенә хәреф кәрәк. (Фил.)

  1. Иртә менән сыға, кисен юғала.

Уның урынына иптәше ҡала. (Ай.)

  1. Көлтә-көлтә ҡойроғом,

Һелтәп-һелтәп барамын.

Кетәктәргә кереп мин,

Тауыҡ-себеш аламын. (Төлкө.)


с

ә

й

и

ш

е

р

и

л

й


ө

л

к

ө


  1. Тема.

Тимәк, икенсе йортта ниндәй һүҙ төркөмө йәшәй? (Сифат.)

  • Эйе, Сифат исемле шаян бер ҡыҙ йәшәй унда. Ул үҙе шаян булһа ла, ярҙамсыл, ҡыҙыҡһыныусан икән. Ниндәй ҙә ниндәй тип һорарға, ҡыҙыҡһынырға ярата. Уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә алыр өсөн, яңы һүҙҙәр өйрәнәйек:

Үткер - острый

Хәйләкәр - хитрый

Йонсоу -

Мөләйем -

Уңған -

Аҡсарлаҡ - ласточка

Мүкле - мховый


  • Әйҙәгеҙ, предметтарҙың билдәләрен әйтеп алайыҡ. (Предметтар күрһәтәм һәм һорайым.)

  • Китап ниндәй? Ҡыҙыҡ

  • Ҡайсы ниндәй? Үткер.

  • Дәфтәр ниндәй? Таҙа.

  • Сәскә ниндәй? Матур.

  • Сифат предметтың билдәһен белдерә тинек. Ә ниндәй билдәләрҙе белдерә икән ул? Әйҙәгеҙ ошоно асыҡлайыҡ. Кроссвордта бирелгән предмет атамаларына билдәләр табайыҡ.

Яҙыу.

Әсәй (ниндәй?) яғымлы, матур, һылыу, хәстәрлекле.

Кишер (ниндәй?) ҙур, тәмле, ҡыҙыл, эре.

Фил (ниндәй?) ҙур, көслө.

Ай (ниндәй?) түңәрәк, һары, тулы.

Төлкө (ниндәй?) хәйләкәр, етеҙ.


  1. Ял минуты (бер уҡыусы күрһәтә)

Поезд килә, поезд килә,

Бында торма, бында торма,

Кит, кит, кит!


  • Сифат предметтың нимәһен белдерә?

  • Ниндәй билдәләр күрҙегеҙ? (предметтың формаһы, тәме, төҫө, характеры, ҙурлығы.)

Дәреслектән ҡағиҙәне уҡыу, тәржемә итеү (б.45)

  1. Нығытыу.

    1. Ошо белемдәребеҙ 45-се күнегеүҙе эшләргә ярҙам итер.

    2. Карточкаларға төшөп ҡалған исемдәрҙе яҙығыҙ. Бер- берегеҙҙе тыңлап, аңлашып эшләгеҙ.

Йонсоу, болотло, күңелһеҙ ........................... .

Мөләйем, сибәр, уңған ............................... .

Ҡыҙыл, ҙур ................................... .

Бер уҡыусы шундай уҡ эште таҡта артында эшләй. Тикшереү.

  1. Бармаҡтар өсөн гимнастика.

  2. Үҙ аллы эш.

Сифат шаярыуын дауам итә. Ул үҙе менән булған исемдәрҙе бутаған. Һеҙгә дөрөҫ һүҙбәйләнештәр яҙырға кәрәк. Ике бала таҡта артында эшләй, ҡалғандар - үҙ аллы дәфтәрҙә. (һүҙҙәр айырым биттәрҙә таҡтала буталып эленгән).

ҡыҙыҡ һөт

йылы һуған

әсе төн

ҡараңғы китап

  • Ниндәй һүҙбәйләнештәр килеп сыҡты? Тикшереү.

  • Һәр һүҙгә һорауын яҙайыҡ. (өҫтөнә) Бер бала - таҡтала.

  • Ниндәй һорауҙар яҙҙығыҙ?

  • Нимә һорауына ниндәй һүҙ төркөмө яуап бирә? Уның тағы ниндәй һорауы бар әле?

  • Ә ниндәй һорауына?

  1. Йомғаҡлау.

  • Бөгөнгө дәресебеҙ аҙағына яҡынлашты. Ул һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр белдегеҙ?

  • Хәҙер Һүҙ илендәге нисә һүҙ төрөкөмө һеҙгә таныш?

  • Исемдең һорауҙарын әйтегеҙ.

  • Ул нимәне белдерә?

  • Сифаттың һорауын әйтегеҙ. Ул нимәне белдерә?

  1. Өйгә эш.

  1. Б.45, 44-се кунегеү

  2. Б.46, һүрәт буйынса хикәйә төҙөргә

  3. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.

© 2010-2022