Мероприятие Афганистан керә төштәремә

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

5

Афғанистан керә төштәремә.

(асыҡ класс сәғәте)

Төҙөнө: Әсәтова Алһыу Зиәфәт ҡыҙы.

Маҡсат: уҡыусыларҙа илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, Афған һуғышында ҡатнашҡан яуғирҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

Йыһаҙландырыу: мультимедиа проекторы, экран, компьютер.

Таҡтала:

Һалдат һуғышты һайламай. Ул һуғышты иғлан да итмәй. Ул бары тик, биргән антына һәм хәрби бурысына тоғролоҡло булып, халыҡ һәм Ватан исеменән бирелгән бойороҡто ғына үтәй.

Уның ҡаһарманлығы, батырлығы, Тыуған илгә ихтирамы һәм мөхәббәте нәҡ бына шунда күренә.

Класс сәғәтенең барышы.

1.(звучит песня "Афганистан." в исполнении М. Мурома.)

Презентация с 1 по 6 слайды

1-се алып барыусы:

Аҡ ҡайындар йыл да шаулай- шаулай

Һағыш булып япраҡ яралар.

Ә йәндәрҙә беҙҙең, ә йәндәрҙә

һулҡылдай ҙа һыҙлай яралар…

(Муса Сиражи).

2-се алып барыусы:

Афганистан - страна степей и диких скал,

Но разве я туда когда-нибудь желал.

Афган, Афган, путевка на руки дана

И мне осталось, лишь отправиться туда.

(Строки из песни "Афганистан")

2.(Возвращение 9 рота)

Уҡытыусы: 1979 йылддың 27 декабрендә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 3.00 тә Советтар Союзы хөкүмәте ҡарары нигезендә Афғанистан территорияһына сикләнгән күләмдә ғәскәрҙәр кертелде.

Һуғыш … Ун йыл буйы дауам иткән һуғыш…

Күпме кешеләрҙең ғүмерен өҙгән ҡәһәр һуҡҡан һуғыш. Кемгә кәрәк булды һуң был һуғыш?

Беҙҙең Башҡортостан Республика территорияһынан саҡырылған 9 меңдән артыҡ һалдат һәм офицер Афған ерендәге һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашты.

Шуларҙың 147 беҙҙең яҡташтарыбыҙ булды. Уларҙың күптәре наградалар менә ҡайттылар. "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены кавалерҙары - 3, 9 кеше "За боевые заслуги" тигән медаль менән бүләкләнә, 4 - "За отвагу", 1 - "За отличие в охране государственной границы" тигән медәлгә лайыҡ була.

3.(марш Вахутинского)

Презенатция с 7 по13

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 147 кешенең бөтәһе лә яңынан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алманы.

1-се алып барыусы:

  • Мәңгелеккә егерме йәшлек егет булып Максим ауылынан Дилар Кашапов ҡаласаҡ. Үлгәндән һуң ул "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән бүләкләнә.

2-се алып барыусы:

Никогда не увидит своего отца дочь старшего лейтенанта Юрия Чепкасова из Янаула. Он погиб двадцатипятилетнем при выполнении боевого задания.

1-се алып барыусы:

  • Люция Әхиәр ҡыҙы Дәүләтшина был һуғышта берҙән бер улын югалта. Лейтенант Игорь Дәүләтшин 1988 йылда һәләк була.

2-се алып барыусы:

- Никогда не пройдёт по улицам Ямбаева младший сержант Алексей Кубатуллин.

1-се алып барыусы:

- Вояҙы ауылынан кесе сержант Илһам Хәбибуллин бер ҡасан да әсәһен күкрәгенә ҡыҫмаясаҡ.

2-се алып барыусы:

- А родители Марата Валиуллина получили только весточку о том, что их сын пропал без вести.

Уҡытыусы.

Тын ҡал, иптәш!

Ҙур һынаулы йылдар килгән саҡта

Беленә икән кемдең-кемлеге.

Бер минутлыҡ тынлыҡ менән

Иҫкә алайыҡ бөгөн беҙ һеҙҙе.

(1 минут тынлыҡ).

1-се алып барыусы

Ә шулай ҙа бер көн

Тыуған яҡҡа ҡайтты Ҡайтмағандар!

Исемдәре гөлгә күмелгән,

"Хәтер китабы"нда ҡайтты улар -

Һәйкәл булып баҫты Ҡайтмағандар.

Тыуған тупраҡта

Мәғрүр һәйкәл булып…

синтезатор (Сугыш кайтавазы - вок. группа)

6. (Вокал "Русское поле")

2-се алып барыусы

В 2005 году была издана Книга памяти Республики Башкортостан "Помяни нас, Родина…", посвященная солдатам прошедшей войны, рассказывающая о наших уроженцах, погибших на Афганской войне.

1 уҡыусы шиғыр һөйләй. Улдарыбыҙ ҡайта.

Улдарыбыҙ ҡайта һуғыштан,

Түҙемһеҙлек сиккә теҙелгән.

Ҡойола ғына йәштәр күҙҙәрҙән,

Оҙатҡанда нисек түҙелгән?

Улдарыбыҙ ҡайта һуғыштан,

Исәндәре етди һәм йылдам…

Күпмеләре ҡайтты табутта,

Күпме ана яҙды аҡылдан?!

Еңелеп тә түгел, еңеп тә,

Ҡайта кисеп Афған һуғышын.

Күпме Салауаттар, Сашалар

Алды унда һуңғы һулышын.

Улдарыбыҙ ҡайта һуғыштан.

Тубыҡланып ҡаршы алабыҙ.

Улар ҡаршыһында гүйә беҙ

Бер ғәйепле генә балабыҙ.

Күҙебеҙҙә өмөт шәфәғе,

Һындарыбыҙ - көтөү диуары,

Сәстәребеҙ ҡарҙай ағарған,

Үҙебеҙгә ҡырҡ нибары.

Февраль башындағы ташҡындар

Юҡҡа ғына беҙҙе һағайта -

Борсолорға бер ҙә сәбәп юҡ.

Улдарыбыҙ ҡайта яҙ ҡайта.


Уҡытыусы: 1989 йылдың 15 февралендә совет һуғышсылары Афғанистандан сығарылды. 10 йыл һуғыш, күпме ҡан ҡойолдо, күпме батырлыҡ эшләнде.

1-се алып барыусы

- Бер мең туғыҙ йөҙ етмеш туғыҙынсы (1979) йылдың 25 декабренән башлап бер мең туғыҙ йөҙ һикһән туғыҙынсы (1989) йылдың 15 февраленә тиклем ун өс мең һигеҙ йөҙ утыҙ өс (13 833) кешенең ғүмерҙәре өҙөлдө.

2-се алып барыусы:

- ранено 49 985 человек, стали инвалидами 6759 человек:

1-се алып барыусы:

- 312 (өс йөҙ ун ике) кеше хәбәрһеҙ юғалды (пропали без вести 312 человек).

Уҡытыусы:

  • Беҙҙең мәктәбебеҙҙе тамамлаған егеттәргә лә Афған һуғышында ҡатнашырға тура килә. Улар тыуған яҡтарына был көтөлмөгөн һуғыштан исән-һау ҡайталар. Улар араһында ике бер туған ағайлы-энеле Булатовтар, бөгөнгө көндә туған мәктәбебеҙҙә уҡытыусы булып эшләгән Ибраһимов Илдар Рәүил улы, Исхаҡ ауылынан - Сәләхетдинов Илшат Назиф улы, Вот. Ошья ауылынан - Апкалиев Сергей Мингалиевич һәм Ғәләүетдинов Леонид Шартдинович, ә өлкән лейтенант Ғәниев Нәрис Фәзир улына был ҡәһәрле һуғышта 6 йыл булырға тура килә, Вояҙы ауылынан килеп беҙҙең мәктәбебеҙҙә 2 генә йыл уҡыһа ла Хәбибуллин Илһам Сабит улына тыуған ауылына исән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай.

7. (Матерям погибших сыновей. 2.Возвращение 9 рота))

Уҡыусы. (ҡара шәл ябынған)..

Я сына родила не для войны!

Не для войны букварь ему давала,

Тревожилась, гордилась, тосковала,

Пожизненно влюбленная как мать,

Готовая и штопать и мечтать,

И ждать скупых, нерасторопных писем.

С какой нибудь окраины страны.

Я сына родила не для войны.

Еще вчерашний звонкий голосок,

А нынче жизнерадостный басок

Мне веру в жизнь и счастье утверждает.

А где-то в мире солнечном блуждает

Угроза смерти, голода и тьмы -

Работают холодные умы.

Я сына родила не для войны!


1 уҡыусы: презентация 18 слайд 8. (Афганистан. Война)

Как быстро летит время. 15-го февраля исполнилось 25 лет, когда последний советский солдат покинул многострадальную афганскую землю. Для нас война закончилась, война, которая длилиась почти что десять лет, а точнее, девять лет и пятьдесят один год. И с этого 1989-го года этот день отмечается, как день завершения вывода ограниченного контингента советских войск из Республики Афганистан. Этот день станет рубежом, за которым останутся смерть и страдания наших воинов интернационалистов, тревоги и горе близких. Но еще долго будет настигать нас эта война в госпиталях, инвалидных колясках, сединах матерей и жен.

Класс етәксеһе: Афған ваҡиғаларынан һуң 2 тистәнән артыҡ йыл үтеп китте. Был ваҡыт эсендә күпме үҙгәрештәр булды. Ләкин 10 йыл буйы дауам иткән һуғыш нәтижәһендә һәләк булған, контузия, йәрәхәт, ауырыуҙарҙан үлгән, хәбәрһеҙ юғалған меңләгән һуғышсы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең исеме хәтердән бер ҡасан да юйылмаҫ.

2-се алып барыусы:

Война свои подарки раздала:

Кому - звезду на грудь, кому - на холмик.

Кого-то развенчала на года,

А кто-то вписан в жизни многотомник.

Пусть десять лет или двадцать лет пройдет,

И время врачевать умеет раны,

Давайте помнить тех, кто не придет…

Нельзя нам забывать Афганистана!

Нельзя!!!

2 бала сыға. 9. (Мир, который нужен мне)

Диана Нам нужен мир, трава в росе.

Улыбчивое детство!

Нам нужен мир! Прекрасный мир!

Полученный в наследство.

Сергей: Кому мешает этот мир,

Цветами на опушке

Кто в этот мир, чудесный мир

Прицелился из пушки


  • Я буду рада

  • Ты будешь рад.

Вместе: И все мы будем рады,

когда исчезнут на земле все пули и снаряды.

10. (Песня "Бросок на небеса")


© 2010-2022