• Преподавателю
  • Другое
  • Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса

« Бейеүҙәрҙә - халҡым тарихы» темаһына

6-В класында асыҡ дәрес


Маҡсат: уҡыусыларҙы халыҡ бейеүҙәре менән таныштырыу; башҡорт бейеүенең миллилеге, үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшеү; ижади һәләттәрен байытыу; үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү; халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу; бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта,телевизор,компьютер, дәреслек.

Бейеү - халыҡтың күңел көҙгөһө.

Ф.Ғәскәров.

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар.

Халҡыбыҙ борон-борондан уйын-көлкөгә, йыр-бейеүгә маһир булған. Йырҙарҙың, бәйеттәрҙең ниндәй ҙә булһа ваҡиғаға арнап сығарылғанын үткән дәрестәрҙә белгәйнек. Һеҙҙең иғтибарға көй тәҡдим итәм.(Көй уйнатыла). Был көй ниндәй жанрға ҡарай? Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ?

Эйе,уҡыусылар, тап шулай. Фәйзи Ғәскәровтың: "Бейеү - халыҡтың күңел көҙгөһө" тигән һүҙҙәре бар.

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахКем ул Фәйзи Ғәскәров, һәм был һүҙҙәр менән ул нимә әйтергә теләгән икән? Ошо һорауға дәрестең аҙағында яуап бирергә әҙерләнерһегеҙ.

Дәрестә төркөмдәргә бүленеп эшләйбеҙ.

Слайд.

  1. Башҡорт бейеүҙәренең барлыҡҡа килеүе.

  2. Бейеүҙәрҙең төркөмләнеүе,үҙенсәлеге.

  3. Тарихи бейеүҙәр.

  4. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәүләт Академия Халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

  5. "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсы.

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Төп өлөш.

Уҡытыусы: Ә хәҙер һәр төркөм бирелгән тема буйынса сығыш яһай. Өҫтәүҙәр булһа, һөйләргә әҙерләнеп ултырығыҙ.

Беренсе төркөм бейеүҙәрҙең ҡасан, ни рәүешле килеп сыҡҡанын, был бейеүҙәр ниндәй хәрәкәттәрҙән торғанын һөйләй.

Уҡытыусы: Эйе, ысынлап та, тәүге бейеүҙәрҙә кешеләр нисек һунар итеүҙәрен, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе күрһәтһә, тора-бара бейеүҙәр йөкмәткеһе яғынан да,формаһы менән дә үҙгәргән, байыған. Бөгөнгө бейеүҙәр бер нисә төргә бүленә.

Слайд

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Икенсе төркөмдө тыңлау.(Тематикаһы буйынса бейеүҙәрҙең төркөмдәргә бүленеше, үҙенсәлектәре тураһында һөйләп, яуаптарҙы миҫалдар менән нығытыу).

Йола бейеүҙәре.

Көнкүреш, хеҙмәт бейеүҙәре.

Тарихи бейеүҙәр.

Шаян бейеүҙәр.

Уҡытыусы: Ошо бейеүҙәр араһынан 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған тарихи бейеүҙәргә иғтибар итеп китәйек, уҡыусылар. Был һуғыш тураһында ниндәй бейеүҙәр бар? (Яуап).Ә был һуғышта ҡатнашҡан ниндәй шәхестәрҙе беләһегеҙ? Ни өсөн бейеү "Төньяҡ амурҙары" тип атала? Кемдәр улар төньяҡ амурҙары?

Киләһе йыл - юбилей йылы.

Өсөнсө төркөм тарихи бейеүҙәр тураһында һөйләй.

Слайд ."Төньяҡ амурҙары"

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Уҡытыусы: Эйе, был бейеүҙәрҙә, уҡыусылар,халыҡтың данлы үткәне сағыла."Тәрән тарихи нигеҙе йәки халыҡтың ғөрөф - ғәҙәте һалынмаған бер генә башҡорт бейеүе лә юҡ",- тигән Фәйзи Ғәскәров.

Слайд.

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Дүртенсе төркөм Фәйзи Ғәскәров һәм Халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһында сығыш яһай.

Уҡытыусы: Ансамбль Рәсәйҙәге бейеү коллективтары араһында тәүгеләрҙән академия исеменә лайыҡ була,донъяның байтаҡ илдәрендә булып, Башҡортостандың исемен, данын таратып ҡайта. Бөгөнгө көндә лә республикабыҙҙа башҡорт бейеүҙәрен пропагандалау буйынса төрлө конкурстар үткәрелә. Ә һеҙҙең ниндәй конкурстар тураһында ишеткәнегеҙ бар?

Бишенсе төркөм Байыҡ конкурсы тураһында һөйләй..

Уҡытыусы: Нисек уйлайһығыҙ,ни өсөн был конкурс ошондай исем менән аталған? Кем ул Байыҡ? Был бейеүҙең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?(Уҡыусыларҙың яуаптары).

Слайд.

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах

Яуаптар.

Йомғаҡлау: Ә хәҙер эпиграфҡа һәм алдан ҡуйылған һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ. Был һүҙҙәр менән автор нимә әйтергә теләгән?

Һығымта: Шулай итеп, бейеүҙәрҙә халҡыбыҙҙың тарихы, ғөрөф - ғәҙәттәре, кәйефе сағыла.

Өй эше: бер башҡорт бейеүенең тарихын һөйләргә әҙерләнергә.

Дәресте күтәренке кәйеф менән тамамлап, Азамат Зәйнетдинов башҡарыуында "Маршрут" бейеүен ҡарайыҡ.

Баһалау: Дәрестә актив ҡатнашып ултырыусы уҡыусыларға яҡшы баһалар ҡуям, бөтәгеҙгә лә рәхмәт.

Дәрес тамам.Һау булығыҙ.

Урок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцахУрок - презентация в 6 классе по истории и культуре Башкортостана на тему История народа - в танцах


© 2010-2022