Урок по башкирскому языку АҘЫҠ-түлек (продукты)

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорт (дәүләт) теле

2 класс.

Аҙыҡ - түлек темаһын өйрәнеү.

Маҡсат: аҙыҡ - түлекте белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү; логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Аҙыҡ-түлек атамаларының башҡортса исемдәрен өйрәнеү

Йыһазландырыу: аҙыҡ-түлек төшөрөлгән предметлы һүрәттәр, модель-схема, дәреслектәр (2-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек-авт.Х. А. Толомбаев, М. С. Дәүләтшина).

Актив һүҙлек: икмәк, бәлеш, ит, май, ҡаймаҡ, ҡоймаҡ, картуф, аш, һурпа, сәй, һөт, һут, туңдырма.

Пассив һүҙлек: тәмле, файҙалы, ирей, аҡ, ҡаты.

Типик һөйләмдәр: Был-икмәк. Икмәк тәмле. Был-шәкәр. Шәкәр ҡаты.

Грамматик төшөнсә: яратам-яратмайым. Мин картуф яратам. Мин бәлеш яратам. Мин туңдырма яратам. Мин һөт яратмайым. Мин май яратмайым. Мин колбаса яратмайым.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле

  • Балалар, бөгөнгө дәресте беҙ шиғыр менән башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп уҡыйыҡ.

Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

  1. Артикуляцион күнегеү.

  • Афарин уҡыусылар. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән телде шымартып алайыҡ. Таҙаәйткесте иғтибар һәм дөрөҫ итеп уҡығыҙ.

Та-та-та, Айгөл ҡурсаҡ уйната.

То-то-то, ҡурсаҡ ҡулынан тотто.

Тә-тә-тә, ул бейергә өйрәтә.

Ты-ты-ты, ул ярата ҡурсаҡты.

Тө-тө-тө, таҙа әйткесем бөттө.

  1. Матур языу минуты

  • Дәресте языу минуты менән дауам итәбеҙ

Зз Ҙҙ

2.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  • Уҡыусылар,беҙ бөгөн аҙыҡ-түлек атамаларын ҡабатлайбыҙ.

  • Һеҙҙең парта өҫтөндә карточка ята, һеҙ иптәшегеҙ менән бирелгән һүҙҙәрҙең парын табығыҙ. (слайд)

ҡаймаҡ хлеб
кишер огурец
ҡоймаҡ сметана

һут морковь
ҡыяр каша
бутҡа сок
аш блины

икмәк суп

  • Тикшереп алайыҡ.

  • Үҙегеҙҙе баһалағыҙ.

  • Беҙ һеҙҙең менән «Нимә үҙгәрҙе?»уйынын уйнап алабыҙ. Уны уйнар алдынан төшөрөлгән аҙыҡ-түлектәрҙе иҫкә төшөрәйек.

  • Ниндәй аҙыҡ-түлек юғала һеҙ өлгө буйынса әйтәһегеҙ. Иғтибар булығыҙ һүрәттәр урындары менән алмашырға мөмөкин. Күҙҙәрҙе йомоғоҙ.

Дәреслек буйынса 60 бит 2 -се күнегеүҙе эшләү. Һөйләмдәрҙе дәфтәргә яҙырға.

Ял минуты.

Электрон китап

7 тема 3, 10 тема 2 упражнение - тәржимә итергә

7 тема 11 упражнение - дөрөҫ яуап табырға.

Йомаҡ, мәҡәлдәр өйрәнеү. Ҡ, Ҙ өндәре өҫтөндә эш.

Ҡаҙҙар: Ҡа - ҠА - ҠА -тиҙәр. Бал ҡорто: Беҙҙҙ- беҙҙҙ - беҙҙҙ, - тип йырлай.

Ҡа-ҡа-ҡа, ҡаҙ, ҡыҙ, аҡ, ҡаты;

Ҙа-ҙа-ҙа, ҡаҙ-ҙар, ҡыҙ-ҙар, боҙ-ҙар.

Ҡар түгел - аҡ,

Боҙ түгел - ҡаты,

Тоҙ түгел - ирей. ( шәкәр ).

Икмәк - ҙур байлыҡ. Икмәк, тоҙ - яҡты йөҙ.

Йомаҡ, мәҡәлдәрҙе хор менән һәм индивидуаль уҡыу. Мәҡәлдәрҙе дәфтәргә яҙыу.

V. Йомғаҡлау.

  • Дәрес тамам, һау булығыҙ.

6. Баһалау. Өйгә эш биреү.




Яратам, яратмайым һүҙҙәрен үҙләштереү. Диалог - һорау.

  • Был икмәк. Икмәк тәмле.Мин икмәк яратам. Ә һин, Гүзәл, нимә яратаһың?- мин икмәк яратам.

  • Был картуф. Картуф файҙалы. Мин картуф яратам. Ә һин, Айнур, нимә яратаһың?- мин картуф яратам.

  • Был май. Май мин яратмайым. Ә һин, Гөлназ, нимә яратмайһың?- мин май яратмайым.

Дәреслек буйынса 3 - сө күнегеүҙе эшләү ( яҙма ) һәм тикшереү.

Урок по башкирскому языку АҘЫҠ-түлек (продукты)

Урок по башкирскому языку АҘЫҠ-түлек (продукты)


© 2010-2022