• Преподавателю
  • Другое
  • Реферат на тему Использование элементов социо-игровой стилистики на уроках башкирского языка

Реферат на тему Использование элементов социо-игровой стилистики на уроках башкирского языка

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы

Салауат ҡала округының "2-се Гимназия"муниципаль бюджет дөйөм

белем биреү учреждениеһы








РЕФЕРАТ



«Башҡорт теле дәрестәрендә

социо-уйын технологияһының

элементтарын ҡулланыу».






Башҡарҙы: Ермилова А.Р.



Салауат 2014йыл.

Инеш.

2.Нимә ул дәрес?

2.1.Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем биреү.

2.2.Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

2.3.Тел дәрестәрен уҡытыуҙа төрлө методтар,эш алымдары.

3.Социо-уйын технологияһының төп үҙенсәлектәре.

3.1.Социо-уйын технологияһының түбәндәге мәсьәләләре.

Социо-уйын технологияһының түбәндәге мәсьәләләре.

3.2.Социо-уйын стилистикаһының бер нисә ҡануны.

3.3.Социо-уйын стилистикаһының төп этаптары.

3.4.Социо-уйын стилистикаһының ыңғай яҡтары.

3.5.Социо-уйын стилистикаһының төп принциптары.

3.6.В.М.Букатовт стилистикаһының алтын ҡағиҙәләре.

3.7.Технологияның төп методтары.

4.Башҡорт теле дәрестәрендә социо-уйын технологияһының элементтарын ҡулланыу.

Йомғаҡлау.

Әҙәбиәт.

Ҡушымта.





Инеш.

Беҙ йәшәгән дәүер,мәғарифты модернизациялау ни тиклем генә ҡатмарлы һәм ҡыйын булмаһын, башҡорт теле уҡытыусыһы өсөн түбәндәге мәсьәләләр һаман да актуаль булып ҡала.

Уҡытыуҙа яңы программалар, дәреслектәр һәм вариатив ҡулланмалар сығып тора. Улар дәрестә ҡулланыла һәм ваҡыт үтеү менән үҙгәрә бара. Әммә уҡытыу процессы дауам итә. Йыл һайын яңы идеялар, алымдар өҫтәлә.

Мәктәптә башҡорт теленең -ҙенсәлектәрен өйрәнгәндә уҡыусының дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе ятлап, дөрөҫ итеп һөйләп биреүе, текстан теге йәки был грамматик төшөнсәләрҙе табыуы, уны төркөмләүе кеүек эштәр башҡарыуы телде өйрәнеүгә бөгөнгө көн ҡуйған талаптарҙы ҡәнәғәтләндерә алмай, сөнки хәтерҙә ҡалдырыу һәм әйтеп биреү- ул белем алыуҙың тәүге баҫҡысы ғына әле.Алған белемдәрен артабан телмәр ситуацияһына ярашлы итеп ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусының үҙ-аллылығын һәм ижади фекерләүен активлаштырыу, телмәр культураһын үҫтереү-тел уҡытыуҙа ҡуйылған төп маҡсат.Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа, әлбиттә, уҡытыусының гражданлыҡ сифаты, дөйөм культураһы, белем кимәле, үҙ аллы ижади эшләү һәләте, тапшырылған эшкә ҡарата булған мөнәсәбәте бик мөһим роль уйнай.

Башҡорт теле дәрестәренеңтөп маҡсаты- йәш быуынға тел законлылыҡтары тураһында белем биреү, уларҙы практикала дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү һәм ысынбарлыҡты танып белеүҙә фәнни ҡараштан сығып эш итеүсе шәхес тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башҡорт теле дәрестәренең дә белем һәм тәрбиә биреүҙәге әһәмиәтен күтәреү кәрәклеге асыҡлана. Ул грамматиканы өйрәнгәндә лә, ҡоро ҡағиҙә ятлауҙан арындырып, тел ҡанундарын, уның системаһын аңлы, актив үҙләштереү дәресенә әйләнергә тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыһы ла дәрестең сифатын күтәреүгә, баланың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыуға булышлыҡ итерҙәй ысулдар, саралар, эш төрҙәре эҙләргә бурыслы.

Башҡорт теле уҡытыусыһының маҡсаты- уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шуға күрә дәрестәрҙә яңы заманса технологиялар ҡулланыу мотлаҡ.Ул технологиялар бик күп.Башҡорт телен уҡытҡан һәр бер уҡытыусы алдында ошо технологияларҙы яҡшы итеп өйрәнеп, уҡытыу процесында ҡулланыу бурысы тора.

II. Дәрес- мәктәптә уҡытыу процессын һәм балалалар эшмәкәрлеген ойоштороуҙың бер формаһы. Ә уның сценарийын яҙыусы, режиссёры һәм дирижеры - уҡытыусы. Билдәле бер ваҡыт эсендә (40-45 минут) уҡытыусы төрлө алымдар һәм методттар ҡулланып, дәрестә программа талаптарын үтәй, балаларҙы уҡырға, яҙырға, һөйләргә, фекерләргә өйрәтә; белем һәм тәрбиә бирә.

Дәрес- уҡытыусының ижад емеше, сөнки дәрестә уның методик ҡараштары, әҙәби культураһы, оҫталығы һәм тәжрибәһе сағыла.


2.1. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем биреү

Беҙ йәшәгән дәүер, мәғарифты модернизациялау ни тиклем генә ҡатмарлы һәм ҡыйын булмаһын, башҡорт теле уҡытыусыһы өсөн түбәндәге мәсьәләләр һаман да актуаль булып ҡала килә: балалар башҡорт телен яратып өйрәнһендәр өсөн нимә эшләргә? Балаларҙың дәрестәрҙә танып белеү эшмәкәрлеген нисек ойошторорға? Үҙ аллы белем алыуҙа уҡыусыларға нисек ярҙам итергә? «Нисек» тигән һорауҙы артабан да дауам итергә мөмкин. Әммә был һорауҙарға яуап табыуы шаҡтай ҡыйын, уларға аныҡ репепт та биреп булмай.
Дөрөҫ, уҡытыуҙа яңы программалар, дәреслектәр һәм вариатив ҡулланмалар сығып тора. Улар дәрестәрҙә ҡулланыла һәм ваҡыт үтеү менән үҙгәрә бара. Әммә уҡытыу процесы дауам итә. Йыл һайын мәктәпкә яңы, йәш уҡытыусылар килә, улар менән бергә яңы идеялар, уҡыусыларҙы үҙаллы белем алырға, белемдәрҙе дөйөмләштерергә өйрәтеүсе яңы алымдарөҫтәлә.

Мәктәптә башҡорт теленең үҙенсәлектәрен өйрәнгәндә уҡыусының дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе ятлап, дөрөҫ итеп һөйләп биреүе, текстан теге йәки был грамматик төшөнсәләрҙе табыуы, уны төркөмләүе кеүек эштәр башҡарыуы телде өйрәнеүгә бөгөнгө көн ҡуйған талаптарҙы ҡәнәғәтләндерә алмай, сөнки хәтерҙә ҡалдырыу һәм әйтеп биреү - ул белем алыуҙың тәүге баҫҡысы ғына әле. Алған белемде артабан телмәр ситуацияһына ярашлы итеп ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусы¬ның үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен активлаштырыу, телмәр культураһын үҫтереү - тел уҡытыуҙа ҡуйылған төп маҡсат. Был бурысты тормошҡа ашырыуҙа, әлбиттә, уҡытыусының гражданлыҡ сифаты, дөйөм культураһы һәм белем кимәле, үҙ аллы ижади эшләү һәләте, тапшырылған эшкә ҡарата булған мөнәсәбәте бик мөһим роль уйнай.
Әйткәнебеҙсә, башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты - йәш быуынға тел законлылыҡтары тураһында белем биреү, уларҙы практикала дөрөҫҡуллана белергә өйрәтеү һәм ысынбарлыҡты танып белеүҙә фәнни ҡараштан сығып эш итеүсе шәхес тәрбиәләү. Бының педагогик һәм социаль-сәйәси әһәмиәте ҙур.
Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башҡорт теле дәрестәренең дә белем һәм тәрбиә биреүҙәге әһәмиәтен күтәреү кәрәклеге асыҡлана. Ул, грамматиканы өйрәнгәндә лә, ҡоро ҡағиҙә ятлауҙан арындырылып, тел ҡанундарын, уның системаһын аңлы, актив үҙләштереү дәресенә әйләнергә тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыһы ла дәрестең сифатын күтәреүгә, баланың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыуға булышлыҡ итерҙәй ысулдар, саралар, эш төрҙәре эҙләргә бурыслы.
Башҡорт теле уҡытыусыһының маҡсаты - уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был алым барлыҡ уҡыусыларҙың да танып белеү ихтыяжын көсәйтә, дәрестә уларҙың актив эшмәкәрлегенә алып килә.
Белем алыуға ынтылыш тыуҙырыу өсөн, уҡытыусыға уҡыусыларҙың логик фекерләүен, эҙләнеү һәләтен үҫтереү буйынса системалы эш төрҙәрен файҙаланырға кәрәк була. Бында күргәҙмәлелектең, техник сараларҙың әһәмиәте ҙур. Класс алдында эстетик зауыҡ менән эшләнгән таблицалар, схемалар, картиналар элеү, техник саралар ҡулланыу, уҡытыусының телмәре (хатта һөйләү тоны ла), тәрбиәүи әһәмиәтле текстарҙы файҙаланыу дәрескә ҡарата уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Проблемалы ситуация тыуҙырыу, күҙәтеү, сағыштырыу, анализ, синтез алымдарын, телгә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы материалдар, өйрәнеләсәк грамматик төшөнсәләргә ярашлы мәҡәл, әйтемдәр ҡулланыу; алынған белемде системалаштырыу, нығытыу һәм тикшереү өсөн өҫтәлмә дидактик материал, индивидуаль карточкалар файҙаланыу; грамматик материалдың практик әһәмиәтен - коммуникатив функцияһын аңлатыу шулай уҡ әһәмиәтле. Бала саҡта белем алыуға, ысынбарлыҡты танып белеүгә ынтылыш бик көслө була. Уҡыусыларҙың ошо һыҙаттарын һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡытыусы уҡыусыларҙа белемде ижади үҙләштереү һәм ҡулланыу, үҙ аллы тулыландырыу теләге тәрбиәләүгә лә һәр ваҡыт иғтибар итергә тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, баланың мәктәп йылдарындағы активлығын, ижади эшләү һәләтен белем алыу ихтыяжына буйһондорорға кәрәк. Алдына ҡуйылған проблеманы хәл итергә ынтылған уҡыусы уйлана, фекер йөрөтә, эҙләнә, сағыштыра, тикшерә һәм тейешле һығымталар яһай. Ә актив ижади танып белеүгә ынтылыш, профессор М. Н. Скаткин билдәләүенсә, уҡыусыла белемде практикала ижади ҡулланырға өйрәнеү ихтыяжын тыуҙыра. Миҫал өсөн ҡылымдарҙы өйрәнеүгә ҡуйылған талаптарға туҡталайыҡ. Уҡыусы ҡылымдар, уларҙың һөйкәлеше, зат, һан һәм заман категорияларының, ҡылым төркөмсәләренең мәғәнә нескәлектәрен үҙләштереү өсөн тел факттарын сағыштырыусы анализ-синтез операцияларын башҡара. Был операциялар уҡыусының фекерләү эшмәкәрлеген үҫтереүгә, ҡылымдың лексик-семантик, морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәрен аңлы үҙләштереүгә, уларҙы танып белеүгә һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуға булышлыҡ итә. Дәрес уҡыусының шәхес булараҡ та үҫешен тәьмин итерлек итеп ойошторолорға, йәғни туған тел саралары менән уҡыусыларҙың аң-белем кимәлен, анализлау, тикшереү, фекер йөрөтөү, күҙәтеү, хәтерләү һәләттәрен, телмәр оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Мәктәптә интеллектуаль кимәле юғары, актив тормош позицияһы булған, үҙ фекерен аныҡ, тулы һөйләп һәм яҙып аңлатырлыҡ шәхес тәрбиәләнеүен күҙ уңында тотҡанда, уҡыусыларҙы сәнғәтте, атап әйткәндә, һынлы сәнғәтте аңлаусы шәхес итеп формалаштырыу кәрәклеге лә асыҡлана. Бының өсөн дәрестә уҡытыусыға рәссамдарҙың әҫәрҙәрен файҙаланырға һәм уҡыусыларҙа уларҙы уҡый белеү күнекмәләрен тәрбиәләргә кәрәк була. Картиналар буйынса ижади эштәр эшләү, телдән хикәйәләр төҙөтөү балаларҙың аң кимәлен, донъяға ҡарашын үҫтереүгә генә түгел, интеллектуаль йөҙөн формалаштырыуға ла этәргес була.

Һүҙ сәнғәтен аңлауға алып килеүсе эш алымдарын файҙаланыу ҙа әһәмиәтле. Шул юл менән уҡыусылар яҙыусыларҙың, рәссамдар буяу менән һүрәт төшөргән шикелле, һүҙ ярҙамында үҙ әҫәрҙәрен ижад итеүен аңларға өйрәнә, шунлыҡтан тел факттарын төшөндөрөү өсөн файҙаланылған материал йөкмәткеһе һәм сифаты яғынан юғары художестволы булырға тейеш. Ошондай текстар ярҙамында аңлатылған материал хәтерҙә яҡшыраҡ һаҡлана, уҡыусы өсөн йоғонтолораҡ була. Тимәк, интеллектуаль яҡтан үҫешкән шәхес өсөн хас булған эҙмә-эҙлекле логик фекер йөрөтөү, сағыштырыу, дөйөмләштереү, анализ, синтез һәм һығымта яһай алыу кеүек һыҙаттарҙы тел саралары менән дә тәрбиәләргә мөмкин. Бында тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың тарихи тәжрибәһе өлгөһөндә тәрбиәләү, уларға әхлаҡи, интернациональ, экологик һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү донъяны танып белеүҙә фәнни ҡараш формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Шуға күрә тел факттарын тәрбиәүи әһәмиәтле һәм белем биреүсе текстарға нигеҙләнеп аңлатыу файҙалы һәм отошло. Йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы һәм белемде ижади үҙләштереүҙе тәьмин итеүсе методтар ҡулланыу юғары әхлаҡлы шәхесте тәрбиәләү эше менән бергә үрелеп башҡарылғанда ғына башҡорт теле дәресе мәктәп алдына ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға һәм уҡытыу-тәрбиә эшен бөгөнгө көн талаптарына яуап бирерлек итеп ойоштороуға булышлыҡ итә.
Уҡытыусылар йыш ҡына тел - ул грамматик ҡағиҙәләр йыйылмаһы ғына түгел тигән аксиоманы телмәрҙә ҡуллана, һәр беребеҙ уның шулай икәнлеген белә, ләкин белә тороп та күп осраҡта дәрестә уҡыусыларға тик грамматик категорияларҙы өйрәтеү менән генә мәшғүл була, сөнки ғәмәлдәге программалар, дәреслектәр шуға йүнәлтә. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар телдең йәмғиәттә тотҡан урынын күрергә өйрәнә. Башҡорт теле уҡытыусыһынан балаларҙың телде, уның мөмкинлектәрен төплө үҙләштереүен тәьмин итеү, алынған белемде тормошта файҙалана белеү күнекмәләрен нығытыу, ижади фекерләү һәләтен үҫтереү эшен эҙмә-эҙлекле алып барыу талап ителә, сөнки уҡыусылар, мәктәпте тамамлағанда, үҙ фекерен телмәр йөкмәткеһенә, аралашыу шарттарына һәм телмәр ситуацияһына ярашлы аныҡ, йыйнаҡ, тулы итеп яҙа һәм һөйләй, йәғни бәйләнешле телмәр төҙөй белергә тейеш. Башҡорт телен уҡытыу процесында уҡытыусылар йыш ҡына башҡорт телендә дөрөҫ яҙырға өйрәтеүҙе, грамматик категорияларҙы иҫтә ҡалдыртыуҙы төп маҡсат итеп ала һәм белем биреү менән бергә уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү кәрәклеген, милли менталитетты тәрбиәләү өсөн дәрестә башҡортлоҡ рухы тәрбиәләү ситуацияларын (мәҙәни, әҙәби, көнкүреш һ. б.), башҡорт теленең экспрессив потенциаль сараларын ҡулланыуҙың мөһимлеген күҙ уңынан сығара. Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү эшенең йөкмәткеһен билдәләгәндә әлеге элементтар бер-береһенә яҡыная, үҙ-ара киҫешә, мөнәсәбәткә инә, сөнки балалар был осраҡта ижади эшләргә өйрәнә; бының өсөн улар текст, уның структур элементтарын, текстағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын, сараларын белергә, текстың жанр үҙенсәлектәрен күҙалларға тейеш була.
Икенсе төрлө әйткәндә, телмәрен дөрөҫ ойоштора алһын өсөн уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеге теорияһы нигеҙҙәрен дә белеүе талап ителә. Телмәрҙең темаһын, уның төп фекерен асып биреү өсөн улар материалды туплау, эшкәртеү, системалаштырыу кеүек эшмәкәрлектең мөһимлеген аңларға, шулай уҡҡараламала яҙылған тексты редакторлай белеү һәләтенә лә эйә булырға кәрәклекте оноторға тейеш түгел. Уҡыусыларҙың был өлкәләге белемдәре, әлбиттә, практик телмәр эшмәкәрлегенә туранан-тура мөнәсәбәтле була. Телмәр үҫтереүҙе уҡыусыларҙың һүҙ байлығын киңәйтеүе, туған телдең лексик, һүҙьяһалыш, орфоэпик, грамматик һәм стилистик нормалар системаһын белеүе тигән төшөнсәләр, йәғни балаларҙың үҙ фекерен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ ойоштора белеү күнекмәләре менән бәйләйбеҙ .
Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: уҡытыу процесында тел дәрестәренең әһәмиәте ифрат ҙур. Бында уҡытыусының принциплы, эрудициялы булыуы мөһим, шуға күрә грамматик категорияларҙы анализлағанда балаларға ысынбарлыҡты фәнни ҡабул итеүгә йүнәлтелгән эш төрҙәре тәҡдим итеү телдең нигеҙен, уның йәмғиәттәге ролен, өҙлөкһөҙ үҫештә булыуын һәм камиллашыуының сәбәптәрен тулыраҡ һәм төплөрәк аңларға ярҙам итә.

2.2. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу проце­сында уҡытыусылар йыш ҡына уҡыусыларҙы туған телдә дәрес яҙырға өйрәтеүҙе, уларҙың грамматик категорияларҙы иҫтә ҡалдырыуын төп маҡсат итеп ала һәм белем биреү менән бергә уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү кәрәклеген, туған һүҙҙең кешене үҫтереү сараһы икәнлекте, йәғни туған тел уҡыусыларҙа милли менталитетты тәрбиәләүгә ярҙам иткәнлекте күҙ уңынан сығара.

Хәҙерге дидактикала белем биреүҙең йөкмәткеһен тәшкил итеүсе түбәндәге эле­менттарҙы: 1) тәбиғәт, йәмғиәт, фекерләү, техника, эшмәкәрлек итеү хаҡындағы бе­лемгә; 2) эшмәкәрлек итеүҙең билдәле ысул­дарын тормошҡа ашыра белеү тәжрибәһенә; 3) ижади эшләй белеү һәләтенә; 4) ысынбар­лыҡ, кешеләр менән мөнәсәбәткә инеү нормаларына эйә булыуҙы айырып күрһәтеү ҡабул ителгән.

Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү эшенең йөкмәткеһен билдәләгәндә, был элементтар бер-береһенә яҡыная, үҙ-ара киҫешә, мөнә­сәбәткә инә, сөнки уҡыусылар бәйләнешле телмәр төҙөү тәжрибәһен үҙләштергәндә ижади эшләргә өйрәнә, бының өсөн улар текст, уның структур элементтары, текстағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын, са­раларын белергә, текстың жанр үҙенсәлектәрен күҙалларға тейеш була.

Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, үҙҙәре­нең телмәрен дөрөҫ ойоштора алһын өсөн уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеге теория­һы нигеҙҙәрен дә белеүе талап ителә. Тел­мәрҙең темаһын, уның төп фекерен асып би­реү өсөн улар материалды туплау, уны эш­кәртеү, системалаштырыу кеүек эшмәкәрлек­тең мөһимлеген аңлай, шулай уҡ ҡараламала яҙылған тексты редакторлай белеү һәләтенә лә эйә булырға кәрәклекте оноторға тейеш түгел. Уҡыусыларҙың был өлкәләге белемдә­ре, әлбиттә, практик телмәр эшмәкәрлегенә туранан-тура мөнәсәбәтле була.

Телмәр үҫтереүҙе беҙ уҡыусыларҙың һүҙ байлығын киңәйтеү, уларҙың туған телдең лексик, һүҙьяһалыш, орфоэпик, грамматик һәм стилистик нормалар системаһын белеүе тигән төшөнсәләр, йәғни балаларҙың үҙ фе­керен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ ой­оштора белеү күнекмәләре: менән бәйләй­беҙ. Уҡыусыларға белем биреүҙән тыш, улар­ҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙең әһә­миәте тураһындағы фекер дөйөм урта белем биреүсе башҡорт һәм рус мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программа­ларҙың нигеҙен тәшкил итә. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу укыусыларҙы изложение­лар һәм иншалар яҙырға өйрәтеүҙән тыш те­зистар һәм конспекттар төҙөргә, башҡарыл­ған эштәр тураһында төрлө типтағы отчеттар, уҡылған китаптарға ҡарата баһаламалар яҙырға, ҡулъяҙмаларҙы редакторларға өйрәтеү кәрәклегенең дә мөһимлеген күрһәтә. Бындай эштәрҙе тормошҡа ашырыу махсус телмәр үҫтереү дәрестәрендә изло­жениелар һәм иншалар яҙҙырғанда ғына түгел, ә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә системалы алып барылырға тейеш.

Бөгөн уҡытыусыға уҡыу процесын ойош­тороуҙа киң мөмкинселектәр асылған: хәҙер­ге дәрестәр йөкмәткеһе һәм формаһы бу­йынса күп төрлө, ул тик традицион дәрестәр рамкаһында ғына ҡала алмай. Дәрестә уҡыусыларға етди төшөнсәләр тураһында һөйлә­гәндә материалды үтә ябайлаштырып бирер­гә лә кәрәкмәй. Материал уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып аңлаты­лырға тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу, материалды ҡабул итеүгә уҡыусының тәрән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы уңыштың нигеҙен тәшкил итә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә тек­старҙы файҙаланыу, уларҙы анализлау про­цесында уҡыусылар һәр милләт­тең мәҙәниәте, рухы сағылыуы, телдең һәм мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнешле булыуы тураһында белем алалар.

Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә бағышлан­ған дәрестәр формаһы һәм йөкмәткеһе бу­йынса төрлөсә: лекция, әңгәмә, практик эш­тәр һ.б. булырға мөмкин, шулай ҙа дәрестә ижади эштәргә өҫтөнлөк биреү маҡсатҡа ярашлыраҡ, сөнки уларҙы башҡарғанда укыусылар үҙ аллы һәм уҡытыусы ярҙамында төрлө типтағы текстарҙы төҙөргә өйрәнә., уларҙың лингвистик анализ яһай белеү күнекмәләре нығына. Тағы ла шуны оноторға ярамай; әгәр ҙә материалды аңлатыу өсөн уҡытыусы лекция методын һайлаһа, уның телмәре уҡыусыларға аңлайышлы, улар ҡабул итерлек һәм, әлбиттә, монологик телмәрҙең өлгөһө булырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусының үҙ телмәрен ойоштороуға, уның төҙөлөшөнә, йөкмәткеһенә үтә лә иғтибарлы булыуы талап ителә.

Бәйләнешле телмәр, йәғни текст төҙөү есөн уҡыусылар телдең нескәлектәрен, факт­тарын (һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләүсе сараларҙы, "ҡанатлы" һүҙҙәрҙе, телдең эмоциональ-экспрессивлыҡ сараларын һ.б.); тормоштағы төрлө күренештәрҙе, кешеләр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ баһалай белергә, телдәге һүҙҙәрҙең, терминдарҙың мәғәнәһен аңларға, уларҙы урын­лы ҡуллана белеү һәләтенә лә эйә булырға тейеш.

Уҡыусыларҙың был йүнәлештә алған бе­лем-күнекмәләрен ике төркөмгә бүлеп ҡа­рарға мөмкин.

Беренсе төркөмгә уҡыусыларҙың бәйлә­нешле телмәр төҙөү менән бәйле булған аб­зац, монолог, китап телмәре стиле, уның сти­листик биҙәлеше, текст синтаксисы, стили­стика; телмәрҙең темаһы, хикәйәләү, тасуир­лау, хөкөмләү кеүек төшөнсәләрҙең йөк­мәткеһен белеүе ҡарай.

Икенсе төркөмгә уҡыусыларҙың көнкү­рештәге предметтарҙы (әйберҙәрҙе); хайуан­дарҙы, биналарҙы, билдәле бер урынды һүрәтләй; дискуссион темаларға фекер йө­рөтә белеү; теге йәки был күренештәрҙең эстәлеген асып бирә алыу төшөнсәләре инә. Әлбиттә, был төшөнсәләрҙең йөкмәткеһе билдәләмәләрҙе ятлап түгел, ә практик йүнәлешле итеп үҙләштереүгә ҡайтып ҡала.

Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, белем алыу һәм уны телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмә­ләре уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү проце­сында барлыҡҡа килә: уҡыусылар текстар төҙөгәндә алған белемдәрен нығыта, был ос­раҡта шулай уҡ уларҙың интеллектуаль фекерләүе, коммуникатив һәләте, факттарҙы ту­плай, иң кәрәклеһен һайлай, иң мөһимдәрен билдәләй, дөйөмләштерә, һығымталар яһай белеү күнекмәләре үҫешә.

Был күнекмәләр укыусыларҙы текстың планын төҙөү, ҡыҫҡа, ләкин тулы итеп уның йөкмәткеһен һөйләп бирә белеү, уҡылған­дарҙан сығып, кәрәкле материалды һайлай белергә өйрәнеү һәм киләсәктә уҡыусыларҙа белемде үҙаллы алыу һәләтен, теләген үҫте­реүгә булышлыҡ итә.

Артабан эш ҡатмарландырыла: өйҙә уҡыусыларҙан стена гәзитенә мәҡәләләр яҙҙырыла, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау бу­йынса докладтың тезистары, конспекттар төҙөтөлә; этюдтар, һүрәтләмәләр, нәҫерҙәр, күҙәтеүҙәр кеүек ижади эштәр башҡарырға ҡушыла.

Ләкин был маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡытыуҙың традицион методтары, алымдары менән генә эш итеү етмәй. Уҡытыусы заман талаптары­нан сығып, яңы технологияларҙы ҡулланып, уҡытыуҙың үҫтереүсе алымдарын, педагогия, психология фәндәренең ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, тел уҡытыу методикаһында барлыҡҡа килгән һуңғы ыңғай тәжрибәләргә таянып, үҙенең барлыҡ һәләтен, белемен эшкә егергә тейеш була,: сөнки һәр дәрес ул - ижади процесс. Бында тағы ла шуны әйтергә кәрәк: дәрестә уҡытыусы үҙ фекерен уҡыусыларға көсләп тағырға тейеш түгел, уның бурысы - балаларҙың хис-тойғоларын, ысынбарлыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтен белде­реүгә, эмоцияларын дөрөҫ сағылдырыуға ярҙам итеү һәм быға ирешеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

2.3 Тел дәрестәрен уҡытыуҙа төрлө методтар, эш алымдары

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.
Тәжрибәле укытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. «Яңылыҡ асам» йәки «асыш яһайым» тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел дәрестәре романтик, патриотик рухлы, «тылсымлы», «серле» булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта.
Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, «әҙәби вернисаж», «әҙәби кафе», «эште тикшереүселәр алып бара», «дәрес-аукцион» («белем баҙары»), «хәтер һынаш» («бәхетле осраҡ»), «дәрес-көс һынашыу», «дәрес-йыйын», «дәрес-лабиринт», «дәрес-хөкөм», «мөғжизәгә килә ышанғым», «ҡышҡы һабантуй», «лексик йәрминкә» һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел.
Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, укыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш. Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, теге йәки был дәресте билдәле бер уйын ҡалыбына һалыу - ауыр эш. Уҡытыусы ошо уйын ҡағиҙәһенә ярашлы итеп дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙе эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр. Мәҫәлән, «лингвистик һабантуй» үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡыусының булдыҡлылығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәрҙе киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, телгә һөйөү тәрбиәләй.
Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай, һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, «Серле ҡумта», «Тылсымлы сәскә», «Серле тоҡсай», «Кем күберәк?», «Һүҙҙәр үреү», «Китек диктант», «Кире-мире», «Йомаҡ ҡойошоу», «Мәҡәл әйтешеү» һ.б. шундай исемдәр менән, «донъяны таныу юлы» булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. «Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә», «телдең рухы» тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә», - тигән М. Горькийҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. "Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этаптарын, һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар". Бәләкәйерәк синыфтарҙа Л.В.Петрановская классификацияһы буйынса уҡыу уйындарынан дидактик, лексик, грамматик уйындар, комбинаторлы уйындарҙан һүҙ менән эш итә торған кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, шарада, башватҡыстар ҡулланылһа, юғары синыфтарҙа аналитик, контекслы уйындар маҡсатҡа ярашлы файҙаланыла. Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау, һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.

III. Социо- уйын технологияһының төп үҙенсәлектәре.


Бөгөнгө тормошта йәмғиәттә актив үҫеш өсөн һәр ваҡыт үҙеңде шәхес итеп күрһәтеү, ижади эшмәкәрлек талап ителә, Үҙ-аллылыҡ, үҙеңдең һәләттәреңде табыу, үҫтереү, уҡыу, үҙ үҙеңде күтәреү. Шуға күрә бөгөнгө көндә тәрбиә өсөн актуаль сәйәсәттең ҡағиҙәһе «ныҡ идара итмәү»- балаларға ҡарата ни тиклем уҡыу процессында аҙ идара итәбеҙ, тормошта улар шул тиклем актив урын аласаҡтар.

Бының менән ярашыу өсөн беҙгә ярҙамға яңы заман педагогик технология «Социо-уйын технологияһы » килә. Был технология өлкәһендә эшләүселәр Е. Шулешко, А. Ершова, В.М. Букатов кеүек ғалим, профессорҙар. Үҙебеҙҙең педагогик практикала был технологияның ҡайһы бер элементтарын ҡулланабыҙ. Яңы заман технологияһы баларҙа ҡыҙыҡһындырыуын арттыра торған күнегеүҙәр, йәштәштәренә ҡарата йылы мөнәсәбәттәре, уҡыусының үҙ аллы эшмәкәрлеген, уның ижади һәләттәрен үҫтерә.

Беҙҙең педагогик принциптар был технологияның принциптарына тап килә, улар уның нигеҙендә ята.Беренсенән уҡытыусы шуны аңларға тейеш: яңыҡараштан сыҡҡанда ул балаға уҡытыуҙың объектына түгел, ә субъектына кеүек ҡарарға тейеш, баланың аралашҡан тиҫтерҙәренә, дуҫына әйләнергә тейеш.

Социо-уйын стиленең әһәмиәте шунда, уның өлкәһендә эшләүсе Е. Ершова менән В.М. Букатов шулай тәғәйенләгәндәр: «Беҙ баларҙы уҡытмайбыҙ, ә төрлө килеп сыҡҡан ситуацияларҙы тәртипкә килтерәбеҙ, унда ҡатнашыусыларҙың бер-береһендә ышаныс уятыу, туплаған тәжрибәңә ышаныу, тик шул ваҡытта ғына һөҙөмтәлә ирекле рәүештә уҡытыу, белем алыу күнекмәләре барлыҡҡа килә».

Ошонан сығып дәрестәрҙе уйын формаһында ойошторабыҙ, балаларҙы бер нисә микро-төркөмдәргә бүләбеҙ, был термин «социо-уйын» бәләкәй социумды аңлата.

Социо-уйын технологияһы буйынса дәрестәр, шулай уҡ дәрестән тыш эштәр үткәрергә мөмкин. Был балаларҙы берләштерә, индивидуаль эш, бергәләп фекер алышыу коллектив эшкә әйләнә.

2.1. Был технологияның түбәндәге мәсьәләләре:


  • балаларҙы бер-береһе менән аралашырға өйрәтеү

  • белем биреү процессын ҡыҙыҡлы итеү

  • балаларҙың актив торошон үҫтереү, үҙ-аллылыҡ, ижади эшмәкәрлек

  • һөйөү уятыу, уларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү

Социо-уйын технологияһы балаларҙың коммуникатив үҫешенә йүнәлтелгән, шуға күрә был технология нигеҙендә балаларҙың үҙ-ара һәм өлкәндәр менән аралашыуы ята.

2.2. Социо-уйын өлкәһендә эшләгән педагогтарҙың аралашыу буйынса бер нисә ҡануны:

-баланы кәмһетмәгеҙ

-зарланмау

-хата табыу һөм уны табыу өсөн батырсылыҡ уятыу

-бер берегеҙгә рәхимле, мәрхәмәтле булыу

- һәр бер уңышһыҙлыҡҡа сираттағы белем алыу кеүек ҡарау

- бер береңде яҡлау, ярҙам итеү, еңеү

- икенсе кешенең шәмен һүндереп беҙ үҙебеҙҙекен яҡтыраҡ итмәйбеҙ

- үҙеңде кешенән кәм күрмә, эргәңдәге кешене маҡта

-балалар фантазерҙар уларҙың һүҙҙәренә ышанып бармағыҙ, уларҙың проблемаларын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.


2.3. Ошо технология буйынса балаларҙың аралашыуын өс этапҡа бүлеп була:


  • Беренсе этапта балаларҙы аралашыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү, аралашыу культураһы (балалар бер фекергә килергә өйрәнәләр, бер-береһен ишетеү, тыңлау, үҙеңдең телмәреңде үҫтереү).

  • Аралашыу бала өсөн маҡсат- бала практикала аңлай башлай, үҙенең аралашыуын микрогруппала, дәрес барышында нисек ойошторорға тейеш.

  • Өсөнсөнән аралашыу - ул педагогик сара, сөнки аралашыу аша балаларҙы уҡытыу.

2.4. Социо-уйын стиленең ыңғай яҡтары;


  • мөнәсәбәттәр «бала һәм тиҫтерҙәре»;

  • уҡытыусы тиң хоҡуҡлы партнер (үҙаҡташ);

  • уҡытыусы менән бала араһындағы барьер емерелә;

  • балалар үҙ-аллы һәм инициативлы;

  • бирелгән проблема тураһында һөйләшәләр, уны асыҡлау юлын эҙләй башлайҙар;

  • уҡыусылар бер-береһе менән аралашалар, һөйләшәләр (улар һөйләүселәр һәм тыңлаусылар ролен башҡаралар);

  • уҡыусыларҙың аралашыуы микрогруппаларҙа, группаларҙа үткәрелә;

  • балалар бер-береһенә ярҙам итә һәм контроль алып бара;

  • социо-уйын стиле актив балаларҙы тиҫтерҙәренең фекерҙәрен аңларға өйрәтә, ә ышанысһыҙ, пассив балаларға үҙҙәренең комплекстарын еңергә мөмкинселектәр бирә.

2.4. Социо-уйын технологияһының принциптары:

-уҡытыусы тиң хоҡуҡлы партнер;

  • уҡытыусы педагог роленән төшә, балаларҙа ҡурҡыу тойғоһо юғала, хата эшләүҙәре ҡурҡытмай;

  • иреклелек һәм үҙ-аллылы белем алыу. Иреклелек балалар өсөн бер дөйөм ҡағиҙә буйынса йүнәлтелгән булырға тейеш

  • мезансценаның алмашыныуы, балалар урындарын алмаштыралар, дәрес ваҡытында улар төрлө ерҙә аралаша ала;

  • яңы асыштар эшләү, уйында ҡатнашыу;

  • ҡыйынлыҡтар аша үтеп сығыу;

  • активлыҡ һәм хәрәкәт;

  • уҡыусыларҙың бәләкәй группалағы тормошо (алты, ете, биш кешенән торорға мөмкин);

Социо-уйын технологияһы баларҙың хәрәкәтен, психологик һаулыҡтарын һаҡлау, шулай уҡ коммуникатив күнекмәләрен рәткә килтереүгә ҡоролған.

Рефлексия өсөн һорауҙар:

1.Уҡыусылар урынында һеҙ үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ ?

2. Үҙегеҙ өсөн һеҙ ниндәй асыштар эшләнегеҙ?

3. Традицион дәрестәр һәм социо-уйын технологияһы араһында ниндәй айырмалыҡтар бар?

4.Практикала һеҙ социо-уйын технологияһын ҡулланыр инегеҙме?

2.6. Социо-уйын технологияһының алтын ҡағиҙәләре

В.М.Букатов

1.. Эш бәләкәй төркөмдәрҙә алып барыла, йәки «тиҫтерҙәр төркөмө».

Төркөмдәргә түбәнге принциптар буйынса бүлеп була:

  • сәс, күҙ, кейем төҫө буйынса;

  • исемендә бер төрлө хәреф булыу;

  • кем нисәнсе ҡатта йәшәй;

  • квартирағыҙҙың һаны;

  • бирелгән открыткаларҙың өлөштәрен, йәки киҫелгән открыткаларҙа һүрәттәрҙе табыу, тап килтереү, бер төрлө предметтарҙы табыу;

  • кем бөгөн мәктәпкә машинала, кем йәйәү килгән.

2.«Лидерҙың алмашыныуы»бәләкәй төркөмдәрҙәге эш коллектив эште талап итә, ә был төркөмдөң фекерен бер кеше, лидер әйтергә тейеш. Лидерҙы балалар үҙҙәре һайлап ала һәм ул һәр ваҡыт алмашынырға тейеш.


  1. Уҡытыу менән бер рәттән хәрәкәт һәм мезансценаның алмашыныуы ҡарала, балалар был ваҡытта үҙҙәрен ирекле тоя. Уҡыусылар тик ултырмай улар баҫа, йөрөйҙәр, аралашалар.


  1. Ритм һәм темптың алмашыныуы.Темп һәм ритм үҙгәрә шул ваҡытта ваҡытты сикләргә тура килә. Һәр бер бирелгән эштең башы һәм аҙағы булырға тейеш. Бирелгән ваҡыт эсендә һөркөмдәр эште башҡарып сығырға тейеш.


  1. Социо-уйын технологияһының методикаһы. Уҡытыу уйын формаһында алып барыла.

2.7. Социо-уйын стиленең методтары.


  1. Үҙеңдең интуицияң.

Был технологияла үҙ интуицияңа таяныу.Интуиция һәр бер кешелә бар. Һеҙҙең интуицияғыҙ һәр ваҡыт дөрөҙ юл күрһәтәсәк. Был интуицияны активлаштырыу өсөн һәр уҡыусы үҙенең бала-сағын иҫкә төшөрөргә тейеш. Урамда , балалар баҡсаһында алған уйын тәжрибәһе. Шуға таянып уҡытыусылар был технологияла төрлө юлдар, дидактик принциптар табырға тейеш. «Һауанан алыу» -тип атала.

2. Дидактиканы йәшереү.

а) Дәрес барышында уҡытыусылар дидактиканы йәшерергә тейеш. Берәй эште тикшергәндә (дөрөҫ / дөрөҫ түгел) һүҙҙәрен ҡулланмай, ә уларҙы икенсе һүҙҙәр «ҡыҙыҡлы, йәки минең күршемдең фекере»;

б) Социо-уйын технологияһы мезансценаның алмашыныуы, бында уҡыусыларҙың ултырып эшләмәүе, ә һәр ваҡыт хәрәкәт итеүе күҙ уңында тотола.

3.Алып барыусы роле.

Уҡытыусылар дәресте алып барыу өсөн телевизион уйындарға таяна, ләкин был уйындарҙа алып барыусының роле бик ҙур. Уҡыусылар уҡытыусыны дәрес ваҡытында лидер икәнен белә.

Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ бала-саҡта уйын алдынан балалар бер нисә төркөмгә бүленә, улар тиҙәйткес йә башҡа төрлө сара файҙаланалар. Был технологияның методы балаларҙың үҙ ирке менән бүленеүен күҙ уңында тота.

VI. Беҙҙең гимназияла социо-уйын технологияһы 2009 йылдан алып өйрәнелә. Йыл һайын ошо технология буйынса төрлө курстар үткәрелә.Ғилми эшмәкәрҙәр дәрестәр күрһәтә уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә. Әлеге көндә гимназия эксперименталь майҙан булып тора.Шулай уҡ уҡытыусылар өсөн эштәр ебәрелә, уларҙы атҡарып сыҡҡас скайп аша әңгәмә ойошторола, бер-береһенең тәжрибәһе менән бүлешә.Ул әңгәмә сайтта баҫылып сыға.

Социо-уйын технологияһы яңы заманса уҡыу технологияһының бер төрө.

Уның төп методы- уйын. Балаға был метод яҡын, сөнки бала бәләкәй саҡтан уҡ уйын аша донъяны танырға өйрәнә. Уйын психологтар билдәләүенсә уйын эшмәкәрлеге аша тормошто өйрәнә, төрлө эш алымдарын үҙләштерә. Әгәр уйында еңер өсөн берәй һүҙ, һөйләм әйтергә кәрәк икән, уҡыусы уларҙы хәтерләргә күп сарыф итмәй, ярыш сәме уны тиҙ һәм дөрөҫ әйтергә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә ана шул һүҙҙәр, һөйләмдәр баланың телмәренә килеп инә- уҡыусы үҙ маҡсатына ирешә- дөрөҫ телмәр төҙөргә өйрәнә. Уйын психологик ҡаршылыҡтарҙы ла (барьерҙы) юҡҡа сығара. Синыфтағы йомшағыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа диалогка йәлеп ителә, уларҙың белеменә, һәләттәренә ярашлы эштәр, биремдәр тәҡдим ителә. Һәр хәлдә баланың үҫеш темпы, кимәле тотҡарланып ҡалмай.

Һәр дәрестә, сараларҙа, уйын барышында, аралашыуҙа уҡыусы үҙенең үҫешен, тел сараларын дөрөҫ ҡуллана алыуын кңреңе мөһим. Уны мөмкин булған һайын уҡытыусының хуплауы үҫтереп ебәрә.

Социо-уйын-бәләкәй социум, төркөм эсендә эш тигәнде аңлата.Дәрестең (өй эшен тикшереү, яңы тема, ҡабатлау, нығытыу) кеүек төп этаптарында социо-уйын технологияһын индереү.

4.1 Социо-уйын стилистикаһының төп принциптары;


  1. Синыфтағы уҡыусылар дәрес башында төркөмдәргә бүленә (сәс төҫө, квартира һаны, кем ҡасан тыуған, киҫелгән открытканың, һүрәттең икенсе өлөшөн табыу, төҫтәр, фигуралар) Һәм башҡа төрлө саралар ҡулланырға мөмкин.


  1. Һөр төркөм тәҡдим ителгән урындарға ултыра.


  1. Сигнал буйынса (ҡыңғырау,берәй һүҙ,) һәр бер төркөмдән бер уҡыусы уҡытыусы янына килеп эш ала.


  1. Уҡыусы урынына барып ултыра , төркөмдәге уҡыусыларға эште аңлата һәм бирелгән ваҡыт эсендә эште үтәп сығырға тейештәр.Һуңынан башҡа эштәр ҙә алып барыла.


  1. Эшләнгән эштәр төрлө юл менән тикшерелә. (һәр төркөмдәге уҡыусы йә сығыш яһай, һөйләй, аңлата, яҙып ҡуя белергә тейеш )

Мәҫәлән; Фәрит Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере" әҫәрен өйрәнгәндә.

а) Өй эшен тикшереү.

- һәр төркөмгә эш бирелә. Әңгәмәләшеп өй эше буйынса өс һорау яҙып, серле ҡумта эсенә һалыу.

- ниндәй төркөмгә уҡытыусы беренсе булып туп ебәрә шул төркөмдәге өс уҡыусы ҡумтанан һорауҙар алып яуап бирергә тейеш.

- яуап биргән төркөм икенсе командаға туп ебәрә.

- ниндәй төркөм яҡшы яуап бирә шул төркөм йә йондоҙ, йә баһа менән билдәләнә.

( бындай метод төркөмдәр араһында ярыш, алдынғы булыу, актив булмаған балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятып ,эшкә йәлеп ителеүе)

б) Яңы теманы аңлатыу.


  • Ф. Иҫәнғоловтоң биографияһын өйрәнеү.

  • Бирелгән эш буйынса уҡыусылар кү йөгөртөп текст буйынса Ф. Иҫәнғоловтоң тыуыуы, белеме, әҫәрҙәре, премиялары тураһында мәғлүмәт табыу.

  • Һәр төркөм таҡтаға яҙып ҡуя, биографияның төп моменттарын һөйләргә өйрәнә.

(Был метод яҙыусы,шағирҙарҙың биографияһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйрәнеү, төп мәғлүмәттәрҙе һайлап ала белеү, һөйләү ).

в) Социо-уйын технологияһының ыңғай яҡтары:

-Уҡыусыларҙың аралашыуы,

-мезансценаның алмашыныуы,хәрәкәт итеү,

-дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу,

-уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы барьерҙың сиктәре бөтөрөлә,

-алдынғы булыу, башҡаларҙан ҡалышмау, үҙ төркөмөң өсөн көрәшеү

-пассив уҡыусыларҙың йәлеп ителеүе,

-уҡыусы күңеленә юл уны һөләтеү,һөйләндереү аша һалына. Был төрлө ситуатив-коммуникатив йөкмәткеле һорауҙар һәм эштәр менән хәл ителә,

-уҡытыусы бала кимәленә төшә, уға яҡыная,

-хата эшләүҙән ҡурҡмау,

-уҡыусылар бер-береһенә ярҙам итә,

-уҡыусылар үҙ аллы (төркөм)

-уҡыусылар бирелгән проблема буйынса әңгәмәләшә, бер-береһен тыңлап проблеманы сисә,

Шундай мөнәсәбәт булған саҡта ғына бала асыла, дәрескә ҡарашы үҙгәрә, ижади эшкә тартыла, ылыға.

г) Социо-уйын технологияһының кире яҡтары:

-баланың рухи булмышы иҫәпкә алынмай һәм үҫтерелмәй,

-айырым уҡыусының дәрес материалын үҙләштереү үҙенсәлектәрен күҙәтеп, баһалап булмай,

-баланың яҙыу телмәрен үҫтереүгә иғтибар ителмәй.

Һөҙөмтә.

«Мин балалар ойошмаһы уйын менән байытылырға тейеш тип иҫбат итәм", тип яҙған А.С. Макаренко

"Бала ни тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур эшләйәсәк тә…».

Ә белемгә, яңылыҡҡа бала ҡыҙыҡһыныу булғанда ғына ынтыла. Балаларҙың киләсәктә фекерләү үҙ аллылығы, теоретик материалды практика менән бәйләй алыуы һәм алған белемен яңы шарттарҙа файҙалана белеүе уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ни ҡәҙәре аңлы, мауығып, ижади һәм теләк менән өйрәнеүенә бәйле. Танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу иғтибарҙы, ихтиярҙы, хәтерҙе, аҡыл эшмәкәрлеген, ижадты активлаштыра, яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Балаларҙың эшләү һәләте лә арта.

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда һоҡланыу, үҙе ирешкән "асыш" һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.

Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ауыр, ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы ла кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары ҡулланғанда ғына балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен "асыш яһаусы", "уйлап табыусы" итеп тоясаҡ.












© 2010-2022