Башҡорт теле дәрестәрендә Вотум уҡытыу программаһын ҡулланыу

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Һеҙҙең иғтибарға "Башҡорт теле дәрестәрендә Вотум уҡытыу системаһын ҡулланыу" исемле темаға эш тәжрибәмде тәҡдим итәм.

Бөтәбеҙгә лә билдәле, 2011 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй мәктәптәренең башланғыс кластарында яңы федераль дәүләт стандарттары индерелде.

Яңы быуын стандартының төп маҡсаты - уҡытыу сифатын күтәреү. Элек мәктәп белем биреү үҙәге булһа, хәҙер иһә уҡытыусы баланы тормошта маҡсат ҡуйып, уны үтәүгә ирешергә, мәғлүмәт табыу юлдарын өйрәтергә тейеш. Бала ҡуйылған маҡсатын ғәмәлгә ашырыу планын төҙөргә, фекерен асыҡ итеп еткерә белергә, һаулығын һаҡлау юлдарын да өйрәнеп сығырға тейеш мәктәптән. Китапты аҙағынаса яттан һөйләп, күнекмәләрҙе дөрөҫ итеп дәфтәренә күсереп кенә бала уҡыу алдынғыһы була алмай. Төрлө проблемаларҙы, мәсьәләләрҙе ижади сисеү юлдарын тапҡан уҡыусыларҙы тәрбиәләргә кәрәк беҙгә дәрестәрҙә.

XXI быуат уҡытыусыһы иң һуңғы мәғлүмәткә, инновацияларға эйә булырға тейеш. Шуға күрә, башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу - актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу түбәндәге

маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

  • уҡыу сифатын күтәреү;

  • уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү;

Бурыстар:

  • яңы электрон ресурстарҙы үҙләштереү;

  • уҡыусылар менән электрон белем биреүҙең мөмкинлектәрен файҙаланыу;

  • белем биреү процесын мауыҡтырғыс итеп үткәреү;

Яңы стандарт талаптарына ярашлы, беҙ уҡыусыларҙы яңы мәғлүмәти арауыҡта ориентирлашырға өйрәтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта стандарт булмаған мәсьәләләр сисергә, командала эшләй белергә, эште үҙ аллы планлаштырырға һәм анализларға өйрәтеү ҙә - беҙҙең бурыс.

Вотум системаһы Мәскәү ҡалаһының Мәғариф Департаменты ярҙамында эшләнгән. Проект авторы - Заболотнев Николай Вениаминович. Вотум системаһын дәрестә ҡулланыу өсөн уҡытыусының компьютер булыуы ғына етә. Был система нығытыу, ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланыу өсөн ныҡ отошло. Һәр уҡыусы үҙенең пульты ярҙамында тест һорауҙарына яуап бирә. Берәй һорау аңлашылмаһа, уҡыусылар үҙҙәренең пульты аша уҡытыусыға белдерә ала. Тест һорауҙарына яуап биреп бөтөү менән, һәр уҡыусы үҙ баһаһын белә ала.

Вотум системаһын ҡабатлау, нығытыу дәрестәрендә ҡулланыу ныҡ отошло, тип уйлайым. Сөнки уҡытыусының эштәрҙе тикшереүгә ваҡыты китмәйәсәк, тимәк теманы үтеүгә, яңы тема өҫтәндә практик эшкә йә иһә үткәнде системалаштырырға ваҡыт күберәк бүленәсәк. Был әлбиттә уҡыусыларҙың белем кимәлен үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай.


© 2010-2022